Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Май 2019, 20:30

Башҡортостанда электричка пассажирҙары 1 июндән велосипедтарын бушлай йөрөтә ала

1 июндән 31 октябргә тиклем электричкала велосипедтарын бушлай йөрөтә ала.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы ойошторған «Билет һатып ал, велосипедыңды бушлай йөрөт» акцияһы барышында ҡала яны поездары пассажирҙары төбәк биләмәһендә 1 июндән 31 октябргә тиклем электричкала велосипедтарын бушлай йөрөтә ала. Багаж өсөн документтар тултырырға кәрәкмәй.
Пассажирҙарҙың һорауы буйынса, акция быйыл да уҙғарыла. Шул рәүешле ул уңайлы һәм һаулыҡ өсөн файҙалы транспорт төрөн файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Былтыр 2000-дән ашыу пассажир ошо мөмкинлектән файҙаланды, тип хәбәр итте Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат секретары Сергей Спатар.