Документҡа Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов һәм “1-се Дәүләкән икмәк аҙыҡтары комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Курганский ҡул ҡуйҙы.
Программаға ҡушылған был комбинат он етештереү һәм таратыу, икмәк бешереү, ашлыҡты һаҡлау, иген культураларын, әҙер мал аҙыҡтарын эшкәртеү, орлоҡто күмәртәләп һатыу менән шөғөлләнә. Милли проектта ҡатнашыу уға хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағындағы эксперттарҙың методологик ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Эшмәкәрлегенә “һаҡсыл етештереү” алымдары индерелһә, компания Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы займ рәүешендә финанс ярҙамға дәғүә итә аласаҡ. 50 – 300 миллион һум аҡса биш йылға бер процент менән бирелә.
Бынан тыш, мәшғүллеккә булышлыҡ линияһы буйынса предприятиеның хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу өсөн субсидия формаһында компенсация саралары алыуға заявка биреү хоҡуғы буласаҡ.
Белешмә. Был милли проектта ҡатнашыусыларға талаптарҙың яңыртылыуына ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан республика ойошмалары менән 21 килешеү төҙөлгән. Улар – сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы предприятиелары. Быйылға маҡсат – милли проектҡа ҡушылған ойошмаларҙың иҫәбен 50-гә еткереү.