“Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы дәүләт идаралығы” төбәк проекты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү эшен мониторинглау, контролләү һәм уның сифатын күтәреүҙең берҙәм мәғлүмәт системаһын индереү буйынса бурыс ҡуйҙы. Уны булдырыу һәм ғәмәлгә ашыра башлау ваҡыты – 2021 йылдың аҙағы”, – тип белдерҙеләр комитетта.
“Индереләсәк мониторинг системаһы статистик мәғлүмәттәрҙе формалаштырыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, хеҙмәт күрһәтеүҙә баш тартыуҙар өлөшө, регламенттар ваҡытын, Пенсия фондында, Росреестрҙа, Суд приставтары федераль хеҙмәтендә һ.б. башҡарма власть органдарына запростар буйынса яуап биреү срогын боҙоу осраҡтары һәм башҡалар тура контролдә буласаҡ”, – тиелә ведомствонан бирелгән хәбәрҙә.