Ҡала күген Башҡортостандың милли флагы төҫөндәге меңдәрсә ут биҙәй. Ун бер меңгә яҡын залп бирелә, ә фейерверктарҙың бейеклеге 150 метр була. Сәхнәгә яҡын торғандарҙың «Өфө» тигән яҙыуҙы ла күреү мөмкинлеге бар.
Байрам фейерверкын ойоштороусылар бөтә донъяла 8 меңдән ашыу шоу үткәргән. Улар иҫәбендә — Беренсе Европа уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары, «Яңы тулҡын» халыҡ-ара йәш башҡарыусылар конкурсы, «Евровидение» йыр конкурсы, «Формула-1»-ҙең Гран-прийы.
14 июндә фестиваль сәхнәһендә эстрада йондоҙҙары Элвин Грей/Радик Юлъяҡшин, Анжелика Якусева, Софья Бугера, Рушана Вәлиева, РНТ, Наҙгөл Отузова, «Пицца», «Бүреләр», «Zaman» (Мәскәү) төркөмдәре сығыш яһай. Тамашасылар шулай уҡ Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө менән берлектәге сығышын ҡарай ала. Кисәнең хедлайнеры — Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Алһыу.