+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Июнь 2019, 15:20

Урааа! Тиҙҙән яңы һан киләсәк!

Китаптарҙы тапшырып, дәфтәр-ҡәләмдәрҙе кәштәләргә һалып ҡуйыуға бер ай ҙа булып килә. Рәхәт, йәй, каникул! Шул арала почта йәшнигенә лә күҙ һалып ҡуябыҙ – “Аманат” килмәнеме икән? Уның менән ял тағы ла күңеллерәк бит! “Аманат”тың һөтай һаны бына-бына донъя күрә. Бик тиҙҙән ул һеҙгә лә килеп етер. Был юлы журналда ниндәй ҡыҙыҡлы үә мажаралы мәҡәлә, хикәйәләр бар икән? Әйҙәгеҙ, таныша торайыҡ.

Китаптарҙы тапшырып, дәфтәр-ҡәләмдәрҙе кәштәләргә һалып ҡуйыуға бер ай ҙа булып килә. Рәхәт, йәй, каникул! Шул арала почта йәшнигенә лә күҙ һалып ҡуябыҙ – “Аманат” килмәнеме икән? Уның менән ял тағы ла күңеллерәк бит!
“Аманат”тың һөтай һаны бына-бына донъя күрә. Бик тиҙҙән ул һеҙгә лә килеп етер. Был юлы журналда ниндәй ҡыҙыҡлы үә мажаралы мәҡәлә, хикәйәләр бар икән? Әйҙәгеҙ, таныша торайыҡ.
“Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе битендә был юлы тиҫтерҙәрегеҙҙең матур-матур әкиәттәре донъя күрҙе. Шиғриәт бәйгеһендә иһә тыуған илгә, “Аманат”ҡа дан йырлаған шиғырҙар урын алды.
“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ яугир, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, күп миҙалдар эйәһе Рамаҙан Ҡотошов менән әңгәмә ҡорҙа. Рамаҙан олатайҙың нисек итеп ҡорттан сағылып саҡ-саҡ тере ҡалғаны, үгеҙҙән тапала яҙғаны, беренсе синыфтан нисек өсөнсөгә һикергәне тураһында журнал биттәрендә уҡырһығыҙ. Әйткәндәй, әңгәмәнең тулы вариантлы видеоһы ла бар. Һеҙ уны “Аманат”тың Ютубтағы битләүендә ҡарай алаһығыҙ.
Башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙы тураһында кемдәр генә белмәй икән?! Ә кем ҡырағай толпарҙарҙы тәү башлап эйәләштергән икән? Тәүге аттар менән Шүлгәнташ мәмерйәһе араһында ниндәй бәйләнеш бар – бына шуның турала тарихсы Азат Юлан бәйән итә.
“Аманат” хикәйәһеҙ булһа, моғайын, уның йәме лә, тәме лә булмаҫ ине. Был һанда Айһылыу Йәғәфәрованың “Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була” хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Ул 22 июнь – Бөйөк Ватан һуғышы башланған көнгә арналған.
Ә журналдың тышлығындағы егет менән ҡыҙ кем тиһегеҙме? Республика Ҡурай байрамы еңеүселәре – Радмир менән Рената бит улар! Улар тураһында, шулай уҡ ошо бәйгелә гран-при яулап, автомобиль менән бүләкләнгән ҡурайсы хаҡында журналдың 14-се битендә уҡырһығыҙ.
Насвайҙың насар нәмә икәнлеген ишетә беләһегеҙ. Ә ул ниндәй сирҙәргә алып килеүе тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Миләүшә апайығыҙ әҙерләгән мәҡәлә һеҙгә фәһемле булыр, тип ышанабыҙ. Афәт тураһында күберәк белһәгеҙ, унан йырағыраҡ торорһоғоҙ.
Бына был тема ҡыҙҙарға айырыуса ныҡ оҡшар. “Мәңгелек сер”ҙә спортсы ҡыҙҙың тарихы донъя күрҙе. Йәғни, уның яҙған хатын уҡырһығыҙ. Тәүге һәм мәңгелек мөхәббәтен нисек осратҡан – ошо турала был хат.
Кем булырға? Ниндәй һөнәр һайларға? Ә бит һөнәрҙе үҙеңдең холҡоңа, һәләттәреңә ҡарап һайларға кәрәк? Нисекме? Был турала “Уҡырға ҡайҙа барырға?” рубрикаһында “Үҙ һөнәреңде тап!” тигән мәҡәләлә белерһегеҙ. Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн бик файҙалы булыр, тип ышанабыҙ.
Дуҫтар, ә һеҙ ғибрәт тигән атамалы балыҡ осратҡанығыҙ бармы? Эйе, тап шулай атала, Башҡортостан күлдәрендә йәшәй ул. Белгәндәргә - “бишле”, ә кем беренсегә ишетә, был балыҡ тураһында Солтан Шәриповтың мәҡәләһенән уҡып белем һандығын тулыландырырһығыҙ.
Иң ҡыҙығын хәбәр итергә онота яҙғанбыҙ бит! “Аманат” журналы сираттағы яңы конкурсын иғлан итә. “Мажаралы бала саҡ” тип атала ул. Балалыҡтың ҡыҙыҡтары, көлкөлө хәлдәр тураһында бәйән итеп, хаттар, фотллар ебәрегеҙ. Ололар ҙа ҡушылһа ла ярай – йәш сикләүҙәре юҡ. Был һанда иһә тәүге мажараларҙы мөхәрирриәт хеҙмәткәрҙәре тәҡдим итте. Һеҙгә оҡшар, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас: