-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Июль 2019, 09:31

Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларын педагогия университетында маҡсатлы уҡыта башлайҙар

Башҡортостанда 1500-ҙән ашыу мәктәп уҡытыусыһы етмәй, тәү сиратта, сит тел, математика, рус теле һәм әҙәбиәт, физика, химия һәм биология уҡытыусылары.

Ошо хаҡта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов республика хөкүмәтендә уҙған «Мәғариф сәғәтендә» һөйләне.
«Йылдан-йыл кадрҙарға ҡытлыҡ көсәйәсәк кенә, — тип билдәләне юғары уҡыу йорто ректоры. - Бер-ике йылдан мәктәптәргә тыуым ҡапыл артҡан йылдарҙа тыуған балалар киләсәк. Уҡыусылар һаны кинәт 60 мең балаға артасаҡ. Тимәк башланғыс класс уҡытыусылары талап итәсәк, ә улар әле лә етмәй, һуңынан урта звено уҡытыусыларына ла һорау артасаҡ. Өҫтәүенә, бөгөн һәр дүртенсе уҡытыусы – йәше буйынса пенсионер».
25 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусыларҙың өлөшө ни бары 3% тәшкил итә, иң күп уҡытыусылар төркөмө – 51% – 40-54 йәштәр төркөмөндә.
Кадрҙарға ҡытлыҡ айырыуса Өфөлә, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ райондарында һиҙелә.
Мәсьәләне хәл итеү юлдары сифатында Салауат Сәғитов уҡытыусылар өсөн маҡсатлы уҡытыу индерегә тәҡдим итте. Быға бюджетҡа сығымдар 2020 йылда 26 миллиондан 2024 йылда 130 миллионға тиклем тәшкил итә. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамалаусылар мәктәптәрҙә мотлаҡ рәүештә кәмендә өс йыл эшләү шарты менән эш урыны менән тәьмин ителәсәк. Башҡортостан хөкүмәтендә муниципалитеттарҙың кадрҙарға ғаризаларын анализлауҙы быйыл тамамлайҙар. Әле 54 муниципалитеттан 34-е юғары уҡыу йортона ғариза тапшырған, тип һөйләне Салауат Сәғитов.
Мәктәптәрҙә кадрҙарға ҡытлыҡты магистратурала фәндәр буйынса белгестәр әҙерләү ҙә кәметергә тейеш, шулай уҡ, биш йыл уҡытыу барышында студенттар ике мәктәп предметы буйынса ике һөнәр аласаҡ.
Ауылда уҡытыусылар етмәү мәсьәләһен хәл итеү юлдарының береһе — «Ауыл табибы»на оҡшаш, «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдән Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттарҙы раҫланы. Улар һәр ҡайһыһы 600 мең һум күләмендә 100 грантҡа дәғүә итә ала. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы уларҙы, программаны популярлаштырып, алдағы мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһендә тапшырырға тәҡдим итте.
Читайте нас: