Урлашырға ярамай! Тик үҫмер малай ныҡ скутерҙа йөрөгөһе килгән. Төнөн күршеһенең гаражын ҡутарып аҫҡан да скутерҙы урлаған. Әлбитте тоҡандыра алмаған. Ҡурҡышынан транспортты ташлап ҡасҡан. Иртән скутерҙың хужабикәһе полицияға мөрәжәғәт иткән, ә улар һә тигәнсә ҡараҡты тапҡан.