-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
31 Июль 2019, 17:16

IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең программаһы билдәле булды

24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале үткәрелә.

Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сараны асыу тантанаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Фестиваль ҡунаҡтарын ҡыҙыл келәм көтә, ә тантананан һуң ҡатнашыусылар «Ватан» паркына «1000 музыкант көнө»нә бара.
Быйыл фестивалдең географияһы киңерәк: Рәсәйҙең 12 субъектынан, 15 яҡын һәм алыҫ сит илдән 48 фильм күрһәтелә. Ойоштороу комитетына йәмғеһе илдең 34 төбәгенән һәм 28 дәүләттән ғаризалар ҡабул ителде. Фестиваль тәүге тапҡыр континент-ара кимәлгә сыҡты: Непалдан, Ирандан, Һиндостандан, Индонезиянан, Литванан, Франциянан, Польшанан, Молдавиянан һәм донъяның башҡа мөйөштәренән ҡатнашыусылар килә.
Өфө тамашасыһы «Оскар» премияһына ике дәғүәсенең, төрлө кинофорум еңеүселәренең эштәрен, шулай уҡ Рәсәй премьераларын ҡарай ала. Абруйлы ҡунаҡтар араһында — «Бөйөк быуат» сериалы актеры Сәлим Байраҡтар.
Конкурс фиьмдарын күрһәтеү менән бер рәттән оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар, фекер алышыу майҙансыҡтары һәм ижади коллективтарҙың сығыштары ойошторола. Йәш кино һөйөүселәрҙең шәп мөмкинлеге бар: фестиваль барышында Польша кинорежиссеры Кшиштоф Занусси менән осрашыу уҙғарыу күҙаллана.
Дүшәмбе, 26 августа, Өфөлә тәүге тапҡыр «Арт-КВАДРАТ» ижади кластерында кино ҡорамалдары күргәҙмәһе була, унда өфөләр яңы фильмдар менән таныша, Башҡортостандың танылған оҫталарының оператор оҫталығы буйынса консультацияларында һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
Фильмдар «Родина» кинотеатрында күрһәтелә. Инеү ирекле.
Кинофестиваль шишәмбе, 27 августа, «Торатау» конгресс-холында тамамлана. Шул уҡ кистә «Симфоник төн» проекты сиктәрендә «Ватан» этно-паркында республиканың иң шәп музыканттары Рәсәй һәм донъя кинематографы классикаһы тип иҫәпләнгән фильмдарҙан композициялар башҡара.
«Көмөш Аҡбуҙат»халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале беренсе тапҡыр 2014 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу барышында уҙҙы. Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте булышлығында Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы. 2019 йылда социаль һәм мотивация киноһы өсөн номинация өҫтәлде.
Кинофестивалдең тулыраҡ программаһы сайтта: http://silverakbuzat.com/