Был илдә пластик ҡый-ҡыпыр проблемаһы беренсе урындарҙа тора. Шуға ла ирле-ҡатынлы Мазин Мөхтәр менән Парвита Сарма ярлы ғаиләләрҙән балалар өсөн мәктәп асырға тигән уйын тормошҡа ашырғандар. Уҡыу өсөн аҡса түгел, ә пластик менән түләргә тигән шарт ҡуйғандар. Хәҙер иһә балалар көн дә пластик ҡый-ҡыпыр мәктәпкә алып киләләр.