+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Август 2019, 14:49

Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл булдырыуға конкурс иғлан ителгән

Һәйкәлде ҡуйыу урыны — Совет майҙаны биләмәһе. Бында парк булдырыу күҙаллана.

Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генерал-майоры, дипломат, разведчик Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектын булдырыуға конкурс иғлан ителгән. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығында белдерҙеләр.
Һәйкәлде ҡуйыу урыны — Совет майҙаны биләмәһе. Бында парк булдырыу күҙаллана.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисаптары 2019 йылдың 26 авгусына тиклем «Рәсәйҙең рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Телефон: 8 (347) 284-42-47.
Читайте нас: