-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Август 2019, 12:18

Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе 16 августа Өфөлә уҙа

Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһенә барлыҡ мәктәп директорҙарын саҡырырға һәм конференцияны уҙғарыу форматын уйларға ҡушты.

Башҡортостан уҡытыусылары 16 августа мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенә йыйыла. Быйыл ул Өфөлә була. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә 1 сентябргә 9 яңы мәктәп асылыуын, шулай уҡ планлаштырылған 21 мәктәптең унауһы төҙөлөп бөтөүен һөйләне. Белем биреү учреждениеларын төҙөкләндереүгә быйыл 1 миллиард 36 миллион һум бүленгән. Был сумма уҙған йылдар күләменән күберәк. Әйтәйек, былтыр ошо маҡсатҡа 714 миллион һум йүнәлтелгән. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта федераль аҡсаға һалынған 3 яңы мәктәп 300 миллион һумға яңы ҡорамал алған.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, республиканың барлыҡ мәктәптәре 1 сентябргә йылы бәҙрәфтәр менән йыһазландырыла, ҡалған 594 мәктәп йылы санузелдар менән тәьмин ителә. Бының өсөн бюджет 161 миллион һум тотонған. Шуға бәйле Радий Хәбиров ошо теманы шәхси контролдә тотҡанын һәм, ниһайәт, балаларыбыҙҙың ҡышҡыһын һыуыҡта һалҡын бәҙрәфтәргә йөрөмәйәсәген әйтте.
2019 йылда дөйөм суммаһы 38,1 миллион һумлыҡ 43 мәктәп спортзалы төҙөкләндерелә.
«Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда 133 «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге булдырыла. Ауыл мәктәптәрендә технология, ОБЖ һәм информатика кабинеттары яңы ҡорамал менән йыһазландырылған. 63 мәктәптә локаль селтәр һәм 2-шәр компьютер класы була, ә ике йыл дауамында республиканың барлыҡ мәктәптәрен киң һыҙатлы интернет менән йыһазландырыу күҙаллана», — тип билдәләне Айбулат Хажин.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров уҡыусыларҙың именлеген тәмин итеүгә иғтибарын йүнәлтте. Уның һүҙҙәренсә, янғын хәүефһеҙлеге, мәктәпте һаҡлау менән бәйле мәсьәләләр даими контроль аҫтында булырға тейеш.
Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһенә барлыҡ мәктәп директорҙарын саҡырырға һәм конференцияны уҙғарыу форматын уйларға ҡушты.