+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Август 2019, 13:53

Радий Хәбиров Силәбе өлкәһе башҡорттарына туған телде өйрәнеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе

4 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Текслер менән осрашты.

Рәсми булмаған шарттарҙа яҡтар социаль-иҡтисади һәм милли-мәҙәни өлкәләрҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, сәнәғәт һәм туризм өлкәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр ителә республика Башлығының рәсми сайтында.
«Силәбе өлкәһе – беҙҙең күршеләребеҙ, туғандарыбыҙ. Был төбәк ярайһы уҡ уңышлы үҫешә. Унда 150 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, уларҙың үҙҙәрен яҡшы тойоуы, милли мәҙәниәте үҫешеүе, туған телен өйрәнеү мөмкинлеге булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Бөтә ошо йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтеүҙе тикшерҙек. Бынан тыш, үҙебеҙҙең яҡтан да матди һәм методик ярҙамды көсәйтербеҙ», – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
«Башҡортостан тураһында һөйләгәндә, һәр ваҡыт үҙенә бер төрлө хис-тойғо кисерәм. Рәсәйҙең энергетика министрының беренсе урынбаҫары, «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы рәйесе булған саҡта бында күп тапҡыр килдем, шуға күрә республика тураһында ишетеп кенә белмәйем, – тине Алексей Текслер. – Биләмәләребеҙҙе етди иҡтисади, мәҙәни мөнәсәбәттәр бәйләй, ләкин үрләйһе үрҙәр бар әле, ошо йәһәттән пландарыбыҙ ҙур. Төбәктәребеҙҙе үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең өлкә ҙур, күп милләтле. Әлбиттә, башҡорттар ошо биләмәлә йәшәгән халыҡтар араһында мөһим урынды биләй. Һис шикһеҙ, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүебеҙҙе дауам итербеҙ».
Төбәк етәкселәре ғәмәлдәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтергә, тәү сиратта тауар әйләнешен арттырырға, сәнәғәт һәм туристик ҡеүәтте үҫтерергә һөйләшеп килеште.
Радий Хәбиров менән Алексей Текслер Салауат Юлаев һәйкәле янына барҙы һәм республика халҡы менән аралашты. Улар иҫәбендә – Силәбенән Өфөгә күсеп килгән йәш ғаилә. Улар, икенсе ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, күрше төбәктәге хәлде күҙәтеп барыуҙары тураһында әйтте һәм губернатор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға Силәбе өлкәһендәге башҡорттарға булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: