-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Август 2019, 14:17

«Балалар» проекты башҡортса йырлаған балаларға кастинг иғлан итте

Башҡортостанда «Балалар» проекты кастинг иғлан итте. Башҡорт телендә йырлаған 4-12 йәшлек балалар кәрәк. Улар видеороликтар өсөн ҡыҫҡа текстар уҡырға һәм йырҙар башҡарырға тейеш.

Проектта ҡатнашыу ваҡыты — 2019 йылдың сентябрь һәм декабрь айҙары.
Проектты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, нотаға тура килтереү, артистизм һәм ата-әсәләрҙең балаларҙы Өфөгә репетицияға, студияға яҙҙырырға алып килеү мөмкинлеге мөһим. 8-987-049-6436 телефоны буйынса йәки социаль селтәрҙә мөрәжәғәт итергә.
«Балалар» белем биреү порталы проекты республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы грантын алды. Портал башҡортса үҫтереүсе интерактив уйындар һәм ҡушымталар, текстар, әкиәттәр, шиғырҙар, йәнһүрәттәр менән бүлектәр, уйынсыҡтар етештереү менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн майҙансыҡ, шулай уҡ ата-әсәләр өсөн онлайн-форум булдырыуҙы үҙ эсенә ала.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантының финанс ярҙамы менән 2019 йылда заманса тел ресурстары, аудиокитаптар, анимациялы фильм-әкиәттәр, балалар өсөн донъя классиктары әҫәрҙәренең башҡорт теленә тәржемәләрен баҫтырыу, фестивалдәр, байрамдар һәм мәҙәни акциялар ойоштороу күҙаллана. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы —72 миллион һумдан ашыу.