Ғаризаларҙы ҡабул итеү дауам итә! Медиа-лагерь программаһында телевидение, дизайн, социаль селтәрҙәр, ижади проекттар буйынса оҫталыҡ дәрестәре, креатив авторлыҡ шоуы, хәрәкәтсән һәм интеллектуаль блоктар күҙаллана, ҡыҙыҡлы ҡунаҡтар – киң мәғлүмәт өлкәһе белгестәренең килеүе көтөлә.
Медиа-лагерҙа ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса 10 кешенән йәш журналистар төркөмө төҙөлә, улар «Мәңгелек ут» халыҡ-ара балалар тарихи ассамблеяһы сиктәрендә 2020 йылда «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенең бишенсе сменаһына Йәш журналистар лигаһының медиа-командаһы составына тәҡдим ителә (Лиганан йәш журналистар дүртенсе йыл инде ошо проектта ҡатнаша). Иң яҡшы ҡатнашыусылар йәш журналистарҙың иң сағыу фестивалдәренә — «Волга осрашыуҙары»на һәм «Бумеранг» медиа-форумына саҡырыла. 2016 һәм 2017 йылдарҙа «Үҙ тауышың» республика медиа-лагеры программаһы йәштәр сәйәсәте учреждениелары араһында йәйге профилле лагерҙар программалары республика конкурсында беренсе урынды алды.
Штабтың рәсми вәкиле менән бәйләнеш телефоны: 8-927-345-39-99. Медиа-лагерҙы ойоштороусылар — «Йәш журналистар лигаһы» Дөйөм Рәсәй балалар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн «Диалог» клубтар берләшмәһе. Проект Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында дүртенсе йыл рәттән бойомға ашырыла.