+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Август 2019, 20:26

Бөйөк Шайморатов генералдың тыуған көнө бөгөн

Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатов 1899 йылдың 15 авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Биштәкә ауылында бишенсе бала булып донъяға килгән.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә барып ҡушыла.
1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник М. М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.
1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында батырҙарса һәләк була.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улыбыҙҙың исеме ауыл ҡалаларыбыҙҙың урамдарына ҡушылған, музейҙар эшләп килә. 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ тип хәбәр итте.

Читайте нас: