-4 °С
Болотло
«Беренсе Республика» трилогияһы шағир Бабичтың яҙмышы менән башланып, Ғариповтың яҙмышы менән тамамлана. Бында туранан-тура логика бар. Шағирҙар, уларҙың шиғриәте халыҡтың күңелен сағылдыра, тиҙәр. Башҡортостанға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ихлас, үҙенең халҡын, ерен яратҡан Бабич рухы һәм күп милләтле Рәсәй контексында башҡорт халҡының милли-мәҙәни оҡшашлыҡ һәм мәғрифәтселек идеяларын йөрөткән Ғарипов рухы бер-береһен үҙ-ара тулыландыра. Ошо һөйөү өсөн Ғариповты, Бабичты кеүек үк, бер ғәйепһеҙгә милләтсе тип атанылар, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Булат Йосопов. — Асылда беҙ тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү менән шөғөлләнеүҙе дауам итәбеҙ».
«Рәми Ғарипов дәүере беҙгә күпкә яҡыныраҡ, шуға урамдарҙың, костюмдарҙың, автомобилдәрҙең һәм башҡа реквизиттарҙың дөрөҫлөккә тап килеүе өсөн борсолмайбыҙ. Ләкин проекттың географияһы киңерәк, шуға күрә фильмдың бюджеты Өфөлә һәм яҡын-тирәлә төшөрөлгән «Бабич»ҡа һәм «Беренсе Республика»ға ҡарағанда юғарыраҡ булыуы көтөлә, — ти Булат Йосопов. — Фильмдың мөһимлеген иҫәпкә алып, халыҡтың проектҡа булышлыҡ итеренә өмөтләнәбеҙ. Ниндәй ярҙам кәрәклеге һәм беҙгә нисек ярҙам итергә мөмкинлеге тураһында тиҙҙән хәбәр итербеҙ».