Өфөнөң мәҙәниәт учреждениелары ла, һәр ваҡыттағыса, мөһим датаны киң ҡолас менән билдәләй. Мәҫәлән, 20-22 августа Мәҙәниәт үҙәгенең һәм халыҡ ижады коллективтарының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә, дәүләт флагының барлыҡҡа килеүе тарихына арнап, “Герб. Гимн. Флаг” темаһы буйынса викториналар һәм тематик әңгәмәләр уҙғарыла.
“Визуал” художестволы фотоһүрәт оҫтаханаһы триколор атрибутикаһы менән фотосессия-флешмоб ойошторҙо. Ә. Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбендә “Рәсәй флагы: тарих һәм заман” слайд-фильмы күрһәтелде, класс сәғәттәре уҙҙы.
Иртәгә лә күп саралар көтә. Мәҫәлән, “Ноғай” мәҙәниәт йортонда, В.И. Лениндың йорт-музейында “Рәсәй флагы ғорур елберҙәй”, “Дәүләт символы” тип аталған китап күргәҙмәләре ойошторола. Көндөҙгө сәғәт 12-лә “1 Май” мәҙәниәт һәм ял паркында акция үткәрелә, таҫма таратыласаҡ. Искин мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре “Минең тыуған илем” тигән интеллектуаль викторина әҙерләгән. Х. Заимов исемендәге 13-сө балалар музыка мәктәбендә лекция-викторина уҙасаҡ. Көндөҙгө сәғәт 4-тә Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙанда буяуҙар фестивале һәм “Рәсәй төҫтәре” тип аталған концерт-дискотека башлана.
“Йәдкәр” мәҙәниәт йорто алдында иһә көнө буйы “Флаг, балалар күҙлегенән” балалар һүрәте күргәҙмәһе барасаҡ, ә киске сәғәт 7-лә “Рәсәй өс төҫтә” концертына рәхим итегеҙ.
Дәүләт флагы байрамы айҡанлы Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Мәҙәниәт һәм ял паркында киске сәғәт 5-тә төрлө саралар старт ала.
М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял үҙәк паркында киске сәғәт 7-лә “Рәсәй флагы – беҙҙең ғорурлыҡ” тип аталған сағыу байрам башлана. Унда ҡаланың Мәҙәниәт һарайы коллективы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле концерт ҡуясаҡ. Шулай уҡ И. Якутов исемендәге паркта ла көндөҙгө сәғәт 4-тә төрлө саралар ойошторола башлаясаҡ.
Октябрь районы хакимиәте был көндә Спорт туҡталышында, “Осҡон” кинотеатры, “Башҡортостан” лайфстайл үҙәге, “Корсо” сауҙа-күңел асыу комплексы алдындағы майҙандарҙа “Рәсәй флагы ғорур елберҙәй” тигән саҡырыу аҫтында илһөйәрлекте сағылдырған саралар уҙғара. Улар сәғәт 5-тә башлана.
Ә инде “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында 24 августа сәғәт 5-тә байрам саралары дауам итәсәк.