«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, Өфөлә ата-әсәләр бер баланы яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн уртаса 8,4 мең һум тотонған. Был тикшереү үткәрелгән ҡалалар араһында дүртенсе урын. Ҡиммәтселек буйынса тәүге өс урында Красноярск һәм Новосибирск (9 мең һум), Мәскәү (8700), Ҡазан (8500) килә.