+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Август 2019, 14:10

Өфөлә үҫмер малай гараждар араһына ҡыҫылған

"Тотҡон" малайҙы ваҡытында күреп ҡалып, ҡотҡарыусылар отрядын саҡырғандар.

Фото Өфө ҡалаһының Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан алынды
Фото Өфө ҡалаһының Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан алынды
Яңыраҡ Өфө ҡалаһының мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә бер баланың гараждар араһына ҡыҫылып ҡалыуы тураһында хәбәр килде. Үҫмер гараждар "тотҡонлоғо"нан үҙе сыға алмаған, уға ярҙамға ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тура килгән.
Малай дуҫтары менән гараждар араһында уйнаған булған. Шул саҡта телефонын тимер бокстар араһына төшөрөп ебәргән. Уны алам тигәнсе, бала үҙе ике гараж араһындағы ҡыҫынҡы арауыҡҡа барып эләгә. Ҡаланың эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре, гидравлик ҡоролмалар ҡулланып, гараждарҙы урынынан шылдыра һәм шул юл менән "тотҡон"до тартып сығара. ярай ҙа малай артыҡ ҙур зыян күрмәгән - бер-ике урындан тәне һыҙырылған, бер ере лә һынмаған.
Егеттәр! Эйе, тап һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Бер ҡасан да тыйылған, хәүефле урындарҙа уйнамағыҙ. Айырыуса ҡыйыҡ баштарына менмәүегеҙҙе һорайбыҙ. Ҡолап төшөүегеҙ, унан да бигерәк, иҫке ҡыйыҡтың емерелеп китеп, ҡаты йәрәхәттәр алыуығыҙ бар. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, тигән. Имен йөрөгөҙ!

Читайте нас: