+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Сентябрь 2019, 10:35

Бөгөн беренсе ҡыңғырау. Нисә бала уҡыуға бара?

Башҡортостанда 1310 мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер. 55 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы тәү тапҡыр парта артына ултыра

Башҡортостанда яңы уҡыу йылында 487 мең уҡыусы мәктәпкә бара. 55 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы тәү тапҡыр парта артына ултыра. 21 мәктәпте файҙаланыуға тапшырыуҙы иҫәпкә алып, төбәктә икенсе сменала уҡыусыларҙың өлөшө 8%-ҡа тиклем кәмей.

Быйыл Башҡортостанда 1310 мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер.
Белем биреү учреждениеларында террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн ашығыс хәбәр итеү, видеокүҙәтеү, һаҡ сигнализацияһы буйынса ҡорамал ҡуйыла. Был маҡсатҡа 313 миллион һум бүленгән.
Төп санитар талаптарҙың береһе — мәктәптәрҙә һалҡын бәҙрәфтәрҙе бөтөрөү. Ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 594 мәктәпкә 161 миллион һум бүленгән.
«Уҡыу йылы алдынан уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында «мәктәптә нимәне яҡшыртырға теләр инегеҙ» тигән һорау алыу үткәрелгән. Уларҙың 40 проценттан ашыуы мәктәпкә яңы йыһаз кәрәк тип иҫәпләй, быны 2024 йылға тиклем «Мәғариф» милли проекты саралары сиктәрендә тормошҡа ашырыу күҙаллана. Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәренә яңы уҡыу йыһаздары алына. Һорауға яуап биреүселәрҙең күпселеге спорт майҙансыҡтарын яңыртыуҙы, юлдарҙы йүнәтеүҙе теләй. Бының өсөн «Мәктәп ихаталарын төҙөкләндереү» программаһын әҙерләргә, уға спорт майҙансыҡтарын да индерергә кәрәк», — тине Башҡортостандың Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф министр вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.
Фото: Рәзил Бикбулатов
Читайте нас: