-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Сентябрь 2019, 22:30

Башҡортостан Башлығының инаугурация датаһы билдәле булды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы инаугурацияһы 2019 йылдың 19 сентябрендә уҙа. Нисек буласағын артабан уҡығыҙ.

Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерелде. Шунан һуң министрҙар кабинетында республиканың 2024 йылға тиклемге үҫеше тураһында документты уҡып ишеттерәләр.
«Беҙ республиканың 2024 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын билдәләйәсәк документ әҙерләйбеҙ. Был — етди документ. Уны хөкүмәт аппараты әҙерләй. 19 сентябрҙә республика Башлығы вазифаһын башҡара башлауға бәйле барлыҡ сараларҙы ла үткәрәбеҙ. Шул ваҡытта мин уның менән таныштырырмын. Унда хөкүмәткә лә, муниципалитет башлыҡтарына ла йөкләмәләр була. Был — беҙҙең үҫеш документы», — тине Радий Хәбиров.
Бынан алда «Башинформ» республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбировтың кадрҙар үҙгәреше тураһында ҡарары тураһында хәбәр иткәйне: Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Читайте нас: