+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғлүмәт
9 Сентябрь 2019, 21:33
Яңы Рәсәй лайнерына Мостай Кәрим исеме бирелде!
Яңы лайнерҙы 11 сентябрҙә «Красное Сормово» заводында һыуға төшөрәсәктәр.
Теплоход 5 йондоҙло отель кимәленә тап килә, ул "йөҙөүсе ҡунаҡхана" тибы буйынса проектлана. Бортта ресторандар, спа-салондар, күнегеү залдары, бөҙрәханалар, күҙәтеү салондары, асыҡ саф һауала йөрөп килеү зоналары буласаҡ. Судноның оҙонлоғо — 141 метр.
Лайнер «Водоходъ» компанияһы өсөн төҙөлә. Теплоход беренсе круизды 2020 йылда Мәскәү — Санкт-Петербург маршруты буйынса башҡарасаҡ. Лайнерға Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәрим исеме бирелә. 2019 йылдың 20 октябрендә шағирҙың тыуыуына 100 йыл була.
Читайте нас:
"Аманат"тың Телеграм-каналы
Рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять