+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Сентябрь 2019, 14:55

10 улы булған ғаиләлә ҡыҙ тыуған

Бөйөк Британияла был ергә хас түгел күп балалы ғаилә бар. Үҙенсәлеге 10 бер-бер артлы тыуған малайҙары. Ә бына 11-се балалары ҡыҙ!

Британияның Шотландия ерендә йәшәүсе 39 йәшлек Алексис менән 44 йәшлек Дэвид Бретты билдәле кешеләр. Ун беренсе баланы көткәндә улар малай буласағына хис тә шикләнмәнеләр. Тик яҙмыш уларға ҡыҙ бала бүләк иткән. Август аҙағында тыуған балаға Кэмерон тип исем ҡушҡандар. Ҡыҙ бала бындай ир-егетле ғаиләлә булыуы ағайҙарын тәртиплерәк, әҙәплерәк итте.

Кәмерондың ағаларына Кэмпбел (17 йәш), Харрисон (16 йәш), Кори (14 йәш), Лахлан (11 йәш), Броди (9 йәш), Бран (8 йәш), Хантер (6 йәш), Мак (5 йәш) Блэйк (3 йәш) һәм Ротагэйд (2 йәш).
Балаларҙың әсәләре Алексис бер генә бала булып үҫкән, ә бына үҙенең 11 балаһы булғанына хис тә үкенмәй.
Шотландияны күптәр яратып ҡараған "Батыр йөрәк" (Храброе сердце) киноһынан Уильям Уоллос кеүек ирек һөйөүсе, ғәҙел кешеләр кеүек беләләр. Ышанабыҙ, Бретты ғаиләһе тураһында ла тик яҡшы хәбәрҙәр ишетербеҙ әле.

Мәғлүмәт https://deti.mail.ru сайтынан алынды
Читайте нас: