+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
11 Сентябрь 2019, 11:33

Өфөлә Ғәскәров исемендәге ансамбль #БашҡортсаБейейем флешмобын башлап ебәрҙе

Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортсабейейем, #башҡортсабейергәөйрәнәм хэштегы менән интернетҡа һалырға кәрәк.

«Флешмоб башҡортса бейергә өйрәтеү һәм уны йәштәр араһында популярлаштырыу өсөн уҙғарыла. 9 октябргә тиклем бер бейеүҙе, бер нисә фрагментты өйрәнербеҙ һәм уны күмәкләп Матросов исемендәге паркта башҡарырбыҙ», — тип һөйләне коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Акцияны башлап ебәреү өсөн артистар «7Медиа» студияһы ярҙамында Арт-Квадратта ролик яҙҙырған.
«Был экспромт рәүешендә булды, артистар беренсегә ишеткән көйгә төрлө хәрәкәттәр яһап бейене», — тине хореограф-репетитор Марат Кәримов.
Бөгөн Ғәскәров ансамбле флешмобында юбилей гастроль туры уңайынан матбуғат конференцияһына йыйылған урындағы киң мәғлүмәт саралары журналистары ла ҡатнашты.
Читайте нас: