+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Сентябрь 2019, 18:32

Балаларҙы автомобилдә нисек алып йөрөүөн тикшерәсәктәр

14 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа водителдәрҙе тикшересәктәр. Машинағыҙҙа балалар креслоһы бармы?

Был хаҡта Өфө ҡалаһының юл хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә. Инспекторҙар рейд барышында балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен үтәүен тикшерәсәк.

Саралар ҡайһы бер водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймау өсөн уҙғарыла.

Машинағыҙҙа балалар креслоһы бармы? Юғиһә штраф - 3000 һум. Балағыҙҙың һаулығы ҡәҙәрлә икән - кресло ал! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер аҙна элек Өфөлә Лада автомобиле ағасҡа төкөнө. 1 класс уҡыусыһының гүмере өҙөлдө. Бала креслоһыҙ һәм ҡайыш та таҡмаған булған...

Читайте нас: