+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
17 Сентябрь 2019, 17:28

Өфөлә Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына берҙән-бер кандидат – Айнур Бирғәлин

Бирғәлиндың кандидатураһы Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының VIII отчет-яңынан һайлау съезы делегаттарына ҡарауға тәҡдим ителә. Сара 16 октябрҙә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумының сираттағы ултырышында Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе вазифаһына кандидатуралар күрһәтеү һәм раҫлау булды. Осрашыуҙа Рәсәй мосолмандараның Диниә назараты һәм Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Рушан хәҙрәт Аббасов, республика Башлығы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Асыҡ тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, күпселек тауыш менән пленум мөфтөй вазифаһына берҙән-бер кандидатты, әлеге ваҡытта рәйес вазифаһын башҡарған Айнур хәҙрәт Бирғәлинды күрһәтергә ҡарар итте, тип хәбәр иттеләр Идаралыҡтан.

Читайте нас: