Ғәли Ибраһимов (1919 — 1989) — башҡорт яҙыусыһы һәм шағир, педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Инглиз теле уҡытыусыһы, журналист, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Төп әҫәре — «Кинйә» романы өсөн яҙыусы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған. Роман буйынса режисер Әмир Абдразаҡов күп сериялы нәфис фильм төшөргән.