+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Сентябрь 2019, 12:31

Стәрлетамаҡ гимназияһында балалар киске туғыҙға хәтлем уҡый.

Беренсе һанлы Стәрлетамаҡ гимназияһының алтынсы-етенсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләре социаль селтәрҙә балалырының мәктәптән һуң ҡайтҡанына ризаһыҙлыҡ белдерә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанла гимназияһында уҡытыу ике сменала алып барыла. Шуға күрә етенсе дәрес был уҡыу йортонда 21.00 сәғәттә тамамлана. Ата-әсәләр тәнәфестәрҙе ҡыҫҡартырға тәҡдим итә. СанПин ҡағиҙәләренә ярашлы тәнәфәс 10 минуттан да кәм булырға тейеш түгел. Дәрестәр 8.00 да иртә башланырға тейеш түгел, ә бына ҡасан тамамланыуы хаҡында бер нимә лә яҙылмаған!

Гимназия директоры Риф Тажиев әйтеүенсә, уҡыу йортонда 1249 бала уҡый. Ләкин гимназия биналары тик 850 уҡыусыға белем биреү мөмкинселегенә эйә. Шулай уҡ бындай хәл республика мәктәптәре бишкөнлөккә күсеү сәбәпле килеп сыҡты ти гимназия етәксеһе. Әгәр ҙә мәғариф министрлығы беҙгә алтыкөнлөккә күсергә рөхсәт бирһә был проблема булмай тип әйткән "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына Риф Тажиев.

Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар, һеҙҙә бындай проблема бармы? Булһа яҙығыҙ беҙгә! Беҙҙең E-mail [email protected]

Фото: "Башинформ"
Читайте нас: