+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
25 Сентябрь 2019, 15:16

Һарысай һаны ҡыуандыра ла, аптырауға ла һала...

"Аманат"тың һарысай һаны темалары: мәктәпкә йөрөмәй генә белем алыу, үҫмер ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәре ауырыуҙары, мәктәп формаһын биҙәү һәм башҡалар.

– “Урааааа, “Аманат” килә!
– Сеү, балам, аяҡ аҫтыңды ҡарап йөрөһәңсе.
– Әсәй, беҙҙе тышлыҡта сығарғандар! Бына, ҡара!
“Аманат”тың һарысай һаны ысынлап та бик матур, үҙенсәлекле килеп сыҡҡан шул. Тышлыҡтағы фотола беҙгә мөләйем генә егет, ҡыҙҙар баҡҡан. Кемдәр улар, тиһегеҙме? Бәләбәй Башҡорт гимназия-интернатының уҡыу алдынғылары улар. Гимназия тормошо, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ҡаҙаныштары тураһында журналыбыҙҙың 13-15-се биттәрендә мәҡәлә донъя күрҙе.
Белеүегеҙсә, октябрь айында арҙаҡлы башҡорт шағиры, яҙыусы hәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Ошо иҫтәлекле датаға арнап, “Аманат” журналы редакцияһы үҙенең уҡыусылары араһында интернет-конкурс иғлан иткәйне. Беҙҙең был һанда бәйгегә ебәрелгән бихисап шиғырҙар баҫылды. Алдағы һандарҙа улар тағы ла күберәк булыр, моғайын.
Быйыл Башҡортостанда әллә күпме ғәжәп һәм ҡыуаныслы хәлдәр булып үтте. Мәғариф тармағы ла ошо яңырыуҙан ситтә ҡалманы. Башҡортостанда тәүге үҙгәрештәр ғинуар айында уҡ һиҙелә башлағайны. Уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе быйылғы уҡыу йылында ниндәй ҡыҙыҡлы яңылыҡтар көтә икән? Бының турала Миләүшә Баййегетова апайығыҙ “Яңы уҡыу йылы яңырыуҙарға бай булмаҡсы” тигән мәҡәләһендә яҙған.
Беҙ, башҡорттоң ете ырыуы, тип һөйләргә әүәҫбеҙ ҙә инде. Асылда ырыуҙар һаны 40-тан аша! Гәрәй ырыуы ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, ти тарихсы Азат Юлан. Республиканың Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы, Илеш, Тәтешле райондары халҡы өсөн был мәҡәлә айырыуса ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Үҙҙәре тураһында бит!
Оҙаҡ йылдар ауыр һәм яуаплы эштә – Башҡортостан Юғары Судында судья булып эшләгән, хәҙер отставкалағы судья Урал Абдулла улы Мөлөков хикәйәләр яҙыу менән мауыға. Башҡортостан һәм Рәсәй матбуғатының әүҙем авторы ла. Уның бик күп хикәйәләре “Юлбарыҫ исемле ат” китабында донъя күргән. Был һанда уның мажаралы хикәйәләрен “Аманат” уҡыусыларына ла тәҡдим итәбеҙ. “Йәшәйеш темалары” һеҙгә бик оҡшар, тип уйлайбыҙ.
Мәктәпкә йөрөмәйенсә генә белем алып буламы икән? Был һорау беҙҙе лә бик ҡыҙыҡтырҙы. "Ғаилә мәктәбе”, экстернат, “онлайн-мәктәп” тураһында ла беҙҙең журналда уҡырһығыҙ. Бәлки, кемгәлер был мәғлүмәт бик урынлы булыр.
Бәғзеләребеҙ журналыбыҙҙың уртаһындағы “йондоҙ”ҙо танымай аптырар әле, моғайын. Хәйер, күптәребеҙ һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһына. Шулай булғас, Ҡасим Дәүләткилдиевтың “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” ҡартинаһын фотола булһа ла күргәне барҙыр. Эйе, постерҙа – картина донъя күрҙе! Уны ысҡындырып алып, диуарға элеп ҡуйырға онотмағыҙ.
Ҡыҙҙар, беҙҙең сетерекле үә серле бер темабыҙ ҙа ситтә ҡалған бит әле. Үҫмерҙәрҙең һөт биҙҙәре ауырыуҙары тураһында ул. Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ ошо темаға Өфө ҡалаһының 50-се поликлиникаһының табип-акушер-гинекологы Илүзә Илдус ҡыҙы Сафиуллина (Яҡубова) менән әңгәмә ҡорҙо. “Сәләмәт бул!” рубрикаһын даими уҡып барһағыҙ, һау-сәләмәт булырһығыҙ.
“Аманат”тар бына инде өсөнсө һан рәттән балаларҙы интернетта аҡса эшләргә өйрәтә. Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ был юлы һораулама сайттары һәм видео ҡарап килем алыу юлдары менән таныштыра. Юғары синыф уҡыусыларына был мәҡәлә бик файҙалы булмаҡсы.
Урамда ғына түгел, мәктәптә лә иң матуры, иң зауыҡлы кейенгән булыу менән айырылып торғо килә бит әле. Әммә ҡайһы бер белем усаҡтарында мәктәп формаһынан тыш башҡа төрлө кейем кейеү тыйыла! Ни эшләргә? Миләүшә апайығыҙҙың “Айһылыу” рубрикаһында сыҡҡан лайфхактарын уҡырға кәрәк! Ҡыҙҙар, ҡолаҡтарығыҙға киртеп ҡуйығыҙ!
“Мәңгелек сер”гә Олеся исемле бер апай китаптарға ғына хас мөхәббәт тарихын яҙып ебәргән. Ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен “Аманат” журналы аша тапҡан икән! Был хатты мотлаҡ уҡырға кәрәктер ул, сөнки тағы ҡайһы журналда бындай тарихты табырға була – билдәһеҙ. Ә “Аманат” кеше яҙмышына бик ыңғай тәьҫир иткән!
“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Баймаҡ лицей- интернатының 11-се синыф уҡыусыһы Наҙгөл Күсәрбаева “Мажаралы бала саҡ” конкурсына бик мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы яҙып ебәргән. Һеҙгә лә улар оҡшар, тигән фекерҙәбеҙ. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙегеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы беҙгә ебәрегеҙ. Еңеүсене һәйбәт бүләк көтә!
“Аманат”тың һарысай һаны иҫте китерерлек ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәҡәләләре менән тиҙҙән, бик тиҙҙән республика райондарына юл алыр. Журналһыҙ ҡалып ҡуймағыҙ, 2020 йылдың 1-се яртыһына яҙылып ҡуйығыҙ! Хаҡы – ярты йылға - 350 һум 28 тин. “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ла ҡатнаш.
Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 629 һум 04 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 700 һум 56 тин булыр ине). Тулы йылға яҙылыу индексы –П3396.
Шулай уҡ почтаға барып яҙылырға йыбанғандар интернет аша ла ошо һылтанма буйынса яҙыла ала: https://podpiska.pochta.ru/press/%D0%9F2706 . Шулай уҡ rbsmi.ru сайты аша журналдың электрон вариантына ла яҙылып була.
Ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, планшет, смартфон һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре һеҙҙе көтә, дуҫтар!
Читайте нас: