Кәңәшмәне асып, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец 2017 йылдың 1 июнендә Рәсәй президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы
указға ҡул ҡуйыуын иҫкә төшөрҙө. 2018 йылдың 6 февралендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылғы Фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырыу тураһындағы бойороғо сыҡты.