-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
25 Сентябрь 2019, 18:55

Республика лицейына һәм гимназияға Тимербай Йосоповтың һәм Нияз Мәжитовтың исемдәре бирелде

Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарарҙары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.

Дыуан районының Республика лицей-интернатына Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосоповтың исеме бирелде.
Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты хәҙер билдәле ғалим Нияз Мәжитовтың исемен йөрөтә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарарҙары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
Тимербай (Тимер) Йосопов (1938 — 2016) — күренекле лирик шағир, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Нияз Мәжитов (1933 — 2015) — билдәле археолог, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы.