Флүр Ғәлимов – Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәбиәт премияһы һәм Валентин Катаев исемендәге премия лауреаты. Яҙыусының башҡорт әҙәбиәтен яңа темалар һәм яңы геройҙар менән байытҡан «Яңы башҡорт» романы, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы бөтә донъяла танылған әҙәбиәтселәрҙең юғары баһаһын алды.
«Яңы башҡорт» романы «Башҡортостан» гәзитендә – «Йыл романы», ә «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы «Йәшлек» гәзитендә «Йыл әҫәре» тип аталды. Шулай уҡ «Башҡортостан» гәзитендә Флүр Ғәлимов «2018 йыл яҙыусыһы» тип танылды.
Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы 2018 йылда Мәскәүҙә «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә баҫылып сыҡты, баш ҡаланың «Юность», «Роман – газета» журналдарында, өҙөктәре «ЛиФФТ», «Литературная газета» һәм «Веб – рассказ» баҫмаларында донъя күрҙе. Трилогия «Китап» нәшриәтендә, республиканың «Ағиҙел» һәм «Бельские просторы» журналдарында баҫылды, рус, инглиз һәм төрөк телдәренә тәржемә ителде.