+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Октябрь 2019, 18:08

“Аманат” журналын уҡыусы дуҫтарыбыҙ!

4 октябрҙә Матбуғат йорто алдында үтәсәк бөтөн халыҡ матбуғатҡа яҙылыу байрамына саҡырабыҙ һеҙҙе! #Аманат_журналы

Киләһе аҙнаның изге йомаһында, баш ҡалабыҙҙағы Матбуғат йорто алдында (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) оло байрам - Бөтөн халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө үтәсәк.


Матбуғат байрамы “Заман кешеһе – уҡыған кеше!” ораны аҫтында үткәрелә. Ошоға тиклем бындай сара мәктәптәрҙә, клубтарҙа, ауылдарҙа ғына үткәрелә торғайны. Хәҙер бер майҙансыҡта республиканың төп гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашырға, күргәҙмәләрен ҡарарға, шунда уҡ яҙылырға, йыр-моңға тамаша ҡылып, әҙиптәр, журналистар менән аралашырға мөмкин буласаҡ.


Байрам һуңында гәзит-журналдарға яҙылған квитанциялар араһында лотерея отошо уҙғарыласаҡ. Иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән, ә иң даланлыны супербүләк - телевизор көтә!


Бөтөн халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө көндөҙ сәғәт 12-лә башланасаҡ! Килегеҙ! Йырлы-моңло байрамға көтәбеҙ һеҙҙе!
Читайте нас: