+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Октябрь 2019, 13:06

Бәһлеүән менән осрашыу

11 октябрҙә, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ҡунаҡта планетаның иң көслө кешеһе – Эльбрус Ниғмәтуллин булды.

Ул Республика көнөнә арнап уҙғарылған спорт байрамынан һуң бер төркөм Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе спортсылары менән бергә килгәйне. Киров районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Игбаев Рөстәм Камил улы тәҡдиме менән үткәрелгән осрашыу бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле үтте. Эльбрус гимназияның спортсыларына үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡайын түмәренән ике гантель һәм суҡмар бүләк итте. Суҡмар Тоҙло күл төбөндә ятҡан ағастан эшләнгән. Эльбрус буш ваҡытында ошондай эштәр менән мауығыуын һөйләне.
Спортсыны күрергә килгән гимназиябыҙ уҡыусылары һәм ата-әсәләре бар донъяға билдәле бәһлеүән менән бик күңелле аралашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып, бай тәьҫораттар менән таралышты.
- Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, башҡорт баһадиры! – тип оҙатты спортсыны гимназия уҡыусылары.
Читайте нас: