Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәренә инде. Был хаҡта социаль селтәрҙә Канадала йәшәгән милләттәштәребеҙ хәбәр итте.
11 октябрҙә Канада ваҡыты буйынса киске сәғәт 10-да (Өфөлә12 октябрҙә иртәнге 7-лә) Ниагара шарлауығының Канада өлөшө Башҡортостандың дәүләт флагы — зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәргә инде.
Байрам акцияһы барышында Канада күгендә салют яңғыраны, ә майҙансыҡта милли кейемдәге яҡташтарыбыҙ башҡортса йырланы һәм баянда халыҡ көйҙәрен уйнаны.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, символик акцияның инициаторы — «Канада башҡорттары ҡоролтайы»н ойоштороусы Фәриҙә Сәмерханова.
«Канада башҡорттары ҡоролтайы» — халыҡ мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлау өсөн башҡорт, татар һәм башҡа милләттәрҙе берләштергән йәмәғәт ойошмаһы. Яңы структура — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шефлығында.