«Ҡурай даны» телепремияһы номинанттары — беҙҙең заман геройҙары, үҙ эшенең оҫталары. Телепремияға дәғүәселәрҙең береһе — меценаттар, хәйриәлек менән шөғөлләнгән кешеләр. «Ҡурай даны» геройҙары иҫәбендә тормошон яратҡан һөнәренә арнағандар ҙа бар. Әйтәйек, ғүмере буйына трамвай йөрөткән машинист ханым. Уның өсөн иң мөһиме — пассажирҙарҙы ваҡытында һәм имен-һау алып барып ҡуйыу.
Байрамда «Ҡурай-ТВ»ның 10 йыллығы уңайынан башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Марсель Ҡотоев, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Рәүеф һәм Заһир Иҫәнсуриндар, Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Ришат Төхвәтуллин, «Zainetdin» этно-проекты, Рөстәм Ғиззәтуллин, «Карауанһарай», «Арғымаҡ» төркөмдәре, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығыштары көтөлә.