-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Октябрь 2019, 17:44

Республикала ОРВИ менән сирләү осраҡтары арта

Башҡортостандың «Роспотребнадзор» идаралығынан киҫкен респиратор инфекцияһы менән сирләүселәрҙең күбәйеүе тураһында хәбәр иттеләр.

Грипп теркәлмәй. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбәнерәк.
Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы уҙғарыла. Бөгөнгә 817 мең кеше прививка эшләткән, уларҙың 178,9 меңе – балалар. Ведомствола билдәләүҙәренсә, был вакциналар быйыл айырыуса актуаль булған вирус штамдарынан һаҡлай.
Эпидемия миҙгелендә республикала 418 мең балаға һәм 1,4 миллион өлкән кешегә киҙеүгә ҡаршы прививка яһау күҙаллана. Ғәҙәттәгесә, грипп эпидемияһы ғинуар-мартта күҙәтелә, табиптар декабрь аҙағынаса прививка эшләтергә кәңәш бирә.
Читайте нас: