-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
1 Ноябрь 2019, 23:05

Республика халҡын милли биҙәк менән фотоға төшөргә саҡыралар

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостанда «Милли биҙәк» республика акцияһы башланды.

Республика Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, акцияла ҡатнашыу өсөн Башҡортостан халыҡтарының художестволы кәсептәре элементтары менән образ тыуҙырырға һәм фотоға төшөргә кәрәк.
Традицион мотивтарҙы кейем-һалымда, аксессуарҙа, интерьерҙа файҙаланырға мөмкин. Улар ҡулдан һуғылған изделиелар, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, сигеү, ҡорама ҡорау, тимерселек кәсебе, таш һырлау эше, күн әйберҙәр булырға мөмкин.
Социаль селтәргә фотоны #Башҡортостан #беҙберҙәм #миллибиҙәк #МКРБ #РЦНТ хештегтары менән һалырға кәрәк.
Акция 2019 йылдың 4 ноябренә тиклем дауам итә.