-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Ноябрь 2019, 19:10

ЮХХДИ бәлиғ булмағандарға водитель таныҡлығы биреүгә ҡаршы түгел

Идея бәлиғ булмағандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өс ай түгел, ә күпкә оҙағыраҡ өйрәнеүенә ҡайтып ҡала.

Дәүләт автоинспекцияһы оҙайлы уҡытыу курсы ойоштороу шарты менән бәлиғ булмағандарға водитель таныҡлығы тапшырыу идеяһын хупланы, тип яҙа РИА Новости ЮХХДИ начальнигы Михаил Черниковҡа һылтанма менән.

Идея бәлиғ булмағандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өс ай түгел, ә күпкә оҙағыраҡ өйрәнеүенә ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, 14 йәшкәсә үҫмерҙәр – йәш юл хәрәкәте инспекторҙары отрядында, ә өлкәнерәк балалар үҫмерҙәр өсөн автомобиль мәктәптәрендә уҡый ала.

ЮХХДИ-да билдәләүҙәренсә, Йәш юл хәрәкәте инспекторҙарын үҫтереү концепцияһы 2024 йылға Рәсәйҙә 41 мең йәш инспектор отряды барлыҡҡа килер, ә бәлиғ булмағандар хәрәкәтенә йәлеп ителгәндәр һаны ярты миллион тәшкил итер тип күҙ уңында тота.