+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Ноябрь 2019, 18:30

Сибай студенты Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты

Сулпан Байғалина сығышы менән Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан. Ҡыҙ уҡыу йортоноң бер юлы ике факультетында белем ала, буш ваҡыттарында сит телдәрҙе өйрәнә.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенты Сулпан Байғалина Мәскәүҙә үткән II Бөтә Рәсәй студент проекттары конкурсында беренсе урын яуланы.
Ул - педагогия факультетының III курс студенты. Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс белем биреү кафедраһы доценты, педагогика фәндәре кандидаты Лилиә Фәйзуллина етәкселегендә Сулпан конкурстың икенсе турында "Мин ни өсөн ҡиммәтле һәм файҙалы хеҙмәткәр: 10 аргумент" темаһына эссе менән сығыш яһаны. Был турға Рәсәйҙең төрлө уҡыу йорттарынан 34 кеше үткән.
Сулпан Байғалина сығышы менән Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан. Ҡыҙ уҡыу йортоноң бер юлы ике факультетында белем ала, буш ваҡыттарында сит телдәрҙе өйрәнә.
Ҡотлайбыҙ, Cулпан!
Читайте нас: