+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
1 Декабрь 2019, 19:05

Көтә-көтә көтөк булдығыҙмы? Ҡырпағай һаны донъя күрҙе!

"Аманат"тың ҡырпағай һанында ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәлә, хикәйәләр бар икән? Әйҙәгеҙ әле, күҙ һалайыҡ!

Уҡыуҙа, спортта күрһәткән юғары ҡаҙаныштары, ижади эшмәкәрлеге өсөн йыл һайын республикабыҙҙың һәләтле уҡыусыларының иң-иңдәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиялары ала. Ә Республика инженер лицей-интернатында быйыл бер юлы туғыҙ уҡыусы Башҡортостан Республикаһының Башлығы стипендияһына лайыҡ булған! Был сенцация тураһында “Аманат”тың ноябрь һанында уҡығыҙ.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына 75 йыл тулыуға, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға ла 100 йыл тулыуға арналған мәҡәләләр донъя күрҙе.
“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһенә Баймаҡ, Ғафури, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан уҡыусыларҙың эштәре күпләп килде. Улар журнал биттәрендә донъя күрҙе. Әйткәндәй, шиғырҙар конкурсына ла, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһенә лә тиҙҙән быйылғы йылға йомғаҡ яһала. Эштәрегеҙҙе ебәреп өлгөрөгөҙ!
“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы оҙаҡ йылдар “Аманат”та эшләгән күренекле шағир һәм журналист, яҙыусы Венер Йәнбәковтың бала саҡ хәтирәләре баҫылды. Малай саҡта ниндәй ауырлыҡтарға осраған ул, ниндәй шуҡлыҡтары өсөн уға эләккән – былар тураһында беҙҙең журналда уҡырһығыҙ.
Татарстанда башҡорттар йәшәйме? Хәҙерге Татарстан биләмәһендә Юрмый ырыуы башҡорттары әле лә донъя күрә икән. Ризаитдин Фәхретдинов, Афзал Таһиров, Фазыл Туйкин – юрмыйҙар иҫәбенә инә. Азат Юлан ағайығыҙҙың “Башҡорт тарихы” рубрикаһы үҙҙәренең тамырҙарын белергә теләгән һәр кемгә файҙалы булыр.
Ә һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы? Ишғәле тигән малай бер ҙә ышанмаған, әммә бер төн уға донъяла күҙгә күренмәҫ тылсымлы ла, арбағыс та хәлдәрҙең булып тороуына инанырға тура килгән. Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Моң” хикәйәһе тураһында һүҙебеҙ. Ишғәленең төнгө мажаралары һеҙгә бик ҡшар, тигән фекерҙәбеҙ.
Даланлы кеше тигән һүҙбәйләнеште һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Ә беҙ даланлы ҡыҙҙы беләбеҙ! Нуриман районының Иҫке Күл мәктәбендә уҡый ул. Исеме – Ләйсән Шаһиева. Былтыр ул “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, компьютер отҡайны, быйыл “Аманат”тың фирма сәғәтенә эйә булды. Ләйсән менән беҙҙең журнал биттәрендә танышырһығыҙ. Бәлки, уның даланы һеҙгә лә йоғор.
Дуҫтар! Кемегеҙ MARVEL менән DC компанияларының фильмдарын ҡарағаны бар? Ә һеҙ шуға иғтибар иткәнегеҙ бармы: уларҙың геройҙары ҡайһы берҙә шул тиклем башҡорт халыҡ әкиәттәренекенә оҡшаш. Юҡмы ни? Улайһа, мотлаҡ “Аманат”тың 11-се һанын алып уҡығыҙ!
Мәктәптәрҙә тиҙҙән шыршы байрамдары гөрләп үтер. Байрамығыҙ күңелле үтһен тип, Зарина Бағышаева апайығыҙ “Дуҫтарҙың татыулығы” тигән Яңы йыл сценарийын яҙып өлгөрткән.
Әгәр ҡустыңды мәктәптә туҡмаһалар, үс алырға кәрәкме икән? Әллә башҡа төрлө юлдар бармы? Миләүшә Байъегетова апайығыҙ ошо сетерекле мәсьәләне үҙенең мәҡәләһендә яҡтыртҡан һәм кәңәштәр ҙә биргән.
“Аманат”тың постерын был юлы ике һандуғас – Зилиә менән Юлиә Бәхтиевалар биҙәне. Апалы-һеңлеле Бәхтиевалар тураһында Зөбәржәт Яҡупованың мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.
Әлбиттә, Рәзил ағайығыҙ был юлы ла интернетта аҡса эшләү юлдары менән таныштыра. Был мәҡәлә үҙҙәрендә копирайтер һәләтен тойғандар өсөн бик тә файҙалы булмаҡсы.
“Мажаралы бала саҡ”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурстарына ебәрелгән мәҡәләләр, ижади эштәр был һанда ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. “Ай, һылыу!” конкурсының Ҡырпағай һылыуын да билдәләп үттек. Кем икәнлеген әйтмәй торайыҡ, тиҙҙән күрерһегеҙ!
Иҫләйһегеҙме, октябрь һанында Рәмил исемле егет “Мәңгелек сер”гә “Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!” тигән хат ебәргәйне. Уға яуап хаттар күп булды! Ҡайһы бер ҡыҙҙар Рәмилгә асыуҙарын белдереп яҙһа, икенселәре уны йәлләп, йыуатып хат юлдары ебәрҙе. Шуларҙың береһен беҙ журнал битендә баҫып сығарырға булдыҡ.
“Аманат”тың бына-бына почта йәшниктәренә “тып” итеп килеп төшөр һанында башҡа бик күп ҡыҙыҡлы мәҡәләләр ҙә донъя күрҙе. Уларҙы һеҙ тиҙҙән уҡып, фекерҙәрегеҙҙе беҙгә яҙырһығыҙ, тип ышанабыҙ!
Дуҫтар! Журналыбыҙға 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, планшет, смартфон һәм “Аманат” тың стена сәғәттәренә эйә була ала!
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 350 һум 28 тин. Индексы – П2706.
Бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡу йыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 629 һум 04 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 700 һум 56 тин булыр ине).
Тулы йылға яҙылыу индексы –П3396.
Почтаға барып яҙылыр ға йыбанғандар интернет аша ла ошо адрес буйынса яҙыла ала: podpiska.pochta.ru/press/П2706.
rbsmi.ru сайты аша журналдың электрон вариантына ла яҙылып була.
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла дауам итә.
Читайте нас: