-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Декабрь 2019, 17:55

«Тамыр» телеканалының ишле ғаиләләр хаҡында проекты «Федерация» конкурсында еңеү яуланы

Проект Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ субсидияһы буйынса төшөрөлә.

«Тамыр» телеканалының ишле ғаиләләр тураһында «Балалар күп булмай» исемле яңы проекты «Федерация» бишенсе телевизион конкурсында еңеүсе яуланы. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә уҙҙы.

«Балалар күп булмай» телетапшырыуҙар циклы күп балалы ата-әсәләргә һәм ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыуға, йәмғиәттең күп балалыҡты хуплауына йүнәлтелгән. Һәр сығарылыш бер ғаиләгә бағышланған, — тип һөйләнеләр телекомпанияла. — Башҡорт телендә төшөрөлгән күп балалы Мөлөковтар хаҡында сығарылыштың еңеп сығыуы айырыуса ҡыуаныслы».

Ижади төркөм: сценарий авторы Гөлфиә Раянова, режиссер Әлиә Миназева, оператор Александр Лысенко, монтаж режиссеры Дамир Сәлимов беренсе миҙгелдә республиканың ишле ғаиләләре тураһында 10 тапшырыу төшөрә. Алып барыусы – йәш хәбәрсе Рөстәм Төхбәтов һәр ғаиләнең тормошо менән таныштыра. Һәр береһенә үҙенсәлекле бүләк – фотоальбом әҙерләнә. Был эштә профессиональ фотограф Рөстәм Мөғәллимов та ҡатнаша.

Проект Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ субсидияһы буйынса төшөрөлә. Уны 20 декабрҙә «Родина» кинотеатрында геройҙар — Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән килгән ғаиләләр менән бергә ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ Рөстәм Мөғәллимовтың «Балалар күп булмай» фотокүргәҙмәһе ойошторола.

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы конкурста йыл һайын ҡатнаша. Телеканалдың эштәре бер ҡасан да конкурсты ойоштороусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай һәм төрлө номинацияларҙа призлы урындар яулай. 2016 йылда «Тамыр» телеканалы «Ҡымыҙ юлы» тапшырыуы өсөн «Төбәк бренды» номинацияһында махсус бүләккә лайыҡ булды. 2018 йылда «ЭTHOLIKE» эше «Минең илем» конкурс программаһында «Ата-бабалар теле» номинацияһында беренсе урынды алды. 2019 йыл да телеканал өсөн уңышлы булды. «Балалар күп булмай» эше «Минең илем» конкурс программаһында «Ата-бабалар теле» номинацияһында беренсе урынды яуланы.

«Федерация» телевизион конкурсы 2015 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла.

Читайте нас: