Башҡорт теле көнө уңайынан матур сараларҙың баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә лә үтеүе бик уңышлы алым булды. Ял көндәрендә бит халыҡ ғаиләһе, балалары менән бергә тап шундай урындарға барырға күнеккән. Тимәк, сараларҙа күберәк кеше, шул иҫәптән башҡа милләт вәкилдәре лә ҡатнаша алды.
“Ультра” сауҙа комплексында халыҡ айырыуса күп ине. Ундағы саралар башлыса бәләкәй балаларға арналды. Республиканың кескәйҙәр өсөн сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналы Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған эштәрен күрһәтте. Ул - “Урал батыр” эпосы буйынса башҡорт телендәге балалар комиксы һәм уның буйынса төшөрөлгән анимация фильмының исем туйы. Ҡунаҡтар был йәнһүрәттең тизерын һәм унан өҙөктәр ҡарай алды. Шулай уҡ “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп башҡарылған комикстар китабының да исем туйы үтте.
Сабыйҙар презентацияны рәхәтләнеп ҡараны. Улар өсөн башҡа ҡыҙыҡлы саралар ҙа ойошторолғайны: һүрәт төшөрҙөләр, комикс һүрәттәре эскиздарын буяп ҡыуандылар, геройҙарҙы ҡырҡып эшләү буйынса уйында ҡатнаштылар.
Сауҙа комплексында көн буйына башҡортса дәртле музыка яңғырап торҙо. Һәр кем рәхәтләнеп бейене, күңел асты. Матур байрам әле һаман дауам итә.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге “Аҡбуҙат” журналы төркөмөнән.