Башҡортостандан ғына түгел, Силәбе һәм Төмән өлкәләренән килгән инженер фәндәре йүнәлешендәге олимпиада еңеүселәрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
“Бөгөн балалар менән аралашып, уларҙың заманса фекерләүенә, хатта “икенсе тел”дә һөйләшеүенә һоҡландым. Был Олимпиаданың маҡсаты ла шундай – ҡәҙимгесә фекерләмәгән, ҡалыптарҙы юҡҡа сығарған алдынғы уҡыусыларҙы асыҡлау, уларға үҫеш мөмкинлеге биреү.
Беҙҙең республикала йәш быуын өсөн күп эш башҡарыла, талантлы уҡыусыларыбыҙ, студенттарыбыҙ бихисап. Улар ҡайҙа ғына белем алһа ла, туған республикаһына әйләнеп ҡайтыр тип өмөтләнәбеҙ, сөнки Башҡортостанда хеҙмәт итергә, иң юғары маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлектәр ҙур”, – тине Радий Фәрит улы.
Ул "Тирә-яҡ мөхит өсөн технологиялар" номинацияһында еңеү яулаған команданы ҡотланы, дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Сарала "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Алексей Комиссаров, данлыҡлы спортсы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Николай Валуев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты, улар ҙа төрлө йүнәлештә уңыш ҡаҙанған Олимпиада еңеүселәрен ҡотланы.
Мәғлүм булыуынса, бәйге биш йүнәлеш буйынса ойошторолған: "Кешеләр өсөн технологиялар", "Йыһан өсөн технологиялар", "Виртуаль донъя өсөн технологиялар", "Тирә-яҡ мөхит өсөн технологиялар", "Роботтар өсөн технологиялар".
Автор: Гүзәлиә Балтабаева