0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Декабрь 2019, 13:15

Өфөлә Рәсәйҙәге иң бейек ысын яңы йыл шыршыһын ҡуйҙылар

Республиканың Благовещен районынан килтерелгән урман һылыуҡайының бейеклеге – 30 метр. Уның артынса Мәскәү шыршыһы килә – 27 метр.

Владимир Ленин исемендәге майҙанда ҡуйылған ысын яңы йыл шыршыһы ТурСтат порталының Рәсәйҙә иң бейек ағастар рейтингында беренсе урында тора. Республиканың Благовещен районынан килтерелгән урман һылыуҡайының бейеклеге – 30 метр. Уның артынса Мәскәү шыршыһы килә – 27 метр.
Ун яңы йыл шыршыһы исемлегенә шулай уҡ Красноярск (55 метр), Екатеринбург (50 метр), Ҡазан (35 метр), Барнаул (32 метр), Тула (32 метр), Пермь (30 метр), Владивосток (28 метр), Төмән (28 метр) инде. Ләкин был шыршыларҙың бөтәһе лә яһалма.
Читайте нас: