+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Декабрь 2019, 11:25

Ҡышҡы каникул осоронда Милли музейҙа Яңы йыл акцияһы үтә

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ҡышҡы каникул осоронда – 2-12 ғинуарҙа “Ура! Каникулдар!” тигән яңы йыл акцияһын үтә.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ҡышҡы каникул осоронда – 2-12 ғинуарҙа “Ура! Каникулдар!” тигән яңы йыл акцияһын үтә.
2-6 ғинуарҙа, шулай уҡ 8-12 ғинуарҙа “Яңы йыл тураһында” ретро-күргәҙмә, “Көмөш һоҫа” күргәҙмәһе, “Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән” фотокүргәҙмәһе эшләй;
2,3 ғинуар – “Берҙәм һәм дуҫ ғаиләлә” квесы (этнография залдары);
3 һәм 8 ғинуар – “Малахит ҡумта” мәҙәни-белем арттырыу сараһы (“Файҙалы ҡаҙылмалар”, “Башҡортостан Республикаһының йәшмә бүлмәһе” залдары);
4 ғинуар – “Халҡым моңо” мәҙәни-белем арттырыу сараһы (милли һәм Европала эшләнгән музыка ҡоралдары менән танышыу);
4, 6 ғинуар – “Музей серҙәре” квесы (башланғыс синыф уҡыусылары өсөн);
9-10 ғинуар – “Музей буйлап Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән Яңы йыл йөрөү” театрлаштырылған тамаша;
Музейҙа үткәреләсәк сараларҙа ҡатнашыу өсөн алдан 273-35-77 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.
Яңы йыл осоронда Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм уның филиалдарының эш режимы:
1, 7 ғинуар – ял көндәре;
2,3,5,6,8 ғинуар – сәғәт 11.00 алып 18.00 тиклем;
4, 11 ғинуар – 12.00 алып 20.00 тиклем.
Читайте нас: