+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Декабрь 2019, 13:50

Өфөлә 2-се башҡорт лицейына яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде

Ошо уңайҙан белем биреү учреждениеһында тантаналы сара уҙҙы, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Өфөлә 2-се башҡорт лицейына яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде. 2019 йылда башҡорт халҡының данлы улы, яҙыусы, шағир, уҡытыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулды.
Ошо уңайҙан белем биреү учреждениеһында тантаналы сара уҙҙы, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән. Унда абруйлы ҡунаҡтар – шағирҙың ҡыҙҙары Һөйөклө Ибраһимова һәм Гүзәл Корнилаева-Ибраһимова, ейәнсәрҙәре, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов, яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Марсель Сәлимов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Ринат Миһранов, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Радил Мөхәмәтдинов ҡатнашты.
Мемориаль таҡтаташты Олег Котов һәм шағирҙың ҡыҙы Гүзәл Корнилаева-Ибраһимова асты. Сәскәләр һалғас, ҡунаҡтар мәктәпкә инде, унда уларҙы Ленин районы уҡыусыларының эштәр күргәҙмәһе көтә ине. Сара лицейҙың тамашалар залында дауам итте, бында абруйлы ҡунаҡтар сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
«Атайым иҫән сағында тыйнаҡ, ябай кеше, ләкин шул уҡ ваҡытта бик уҡымышлы кеше булды. Уның менән төрлө темаға һөйләшергә мөмкин ине. Лицейға атайыбыҙ Ғәли Ибраһимовтың исемен биреү идеяһы өсөн рәхмәтлемен», — тине яҙыусының ҡыҙы Гүзәл Ғәли ҡыҙы.
Читайте нас: