+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Декабрь 2019, 12:44

Мәктәпкә йөрөмәһәң дә буламы?

273-сө һанлы “Мәғариф” Федераль законы­на ярашлы, баланы ата-әсә өйҙә үҙҙәре уҡыта ала. Йәғни, бала өйҙән сыҡмай ғына белем ала. Әлбиттә, был ысул бөтәһе өсөн дә түгел, һәр ғаилә үҙ балаһын тиҫтерҙәренән айыра алмай. Һаулығы сикләнгән йәки психик яҡтан үҙен насар тойғандар өсөн был форма ҡулайлы.

Был орсаҡта бала мәктәпкә йөрөмәһә лә, ул эр­гә-тирәләге берәй мәктәпкә теркәлергә һәм өйҙә йыр, рәсем дәрестәрен дә уҡырға, уҡыу прогам- — маһынан тайпылмаҫҡа тейеш. Уҡыу йылы аҙағын­да өйҙә белем алған бала ла башҡалар кеүек үк, контроль эштәр эшләй, имтихан тапшыра. Ә бына физкультура һәм дәрестән тыш сараларға ул мәк­тәпкә тиҫтерҙәре менән ҡуша йөрөргә бурыслы. Ни тиһәң дә, һәр кемгә коллективта аралашыу кәрәк, дуҫтарҙы ла өйҙә ултырып ҡына табып булмай бит.
Ғаилә мәктәбе
Ҡайһы бер ата-әсәләр, берләшеп, 4-5 балаға бер репититор яллай. Бындай уҡытыу формаһы ғаилә мәктәбе тип атала. Ғаилә мәктәбенең яҡшы яғы шунда: һәр балаға иғтибар күп бүленә, индивиду­аль күнекмәләр йышыраҡ үткәрелә. Ә насар яғы иһә - уның бик ҡиммәткә төшөүенә бәйле. Ата-әсә уҡытыусыларға, репетиторҙарға айына 7-30 мең һум түләй.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: ғаилә мәктәптәре башланғыс синыф уҡыусыларына ғына тәғәйен­ләнгән, сөнки унда ҡатмарлы фәндәр юҡ. Урта һәм юғары синыф уҡыусылары иһә икенсе форматтағы уҡыуҙы һайларға мәжбүр.
Экстернат
Дәрескә йөрөмәй генә имтихандарҙы тапшырыу - күпселек үҫмерҙәрҙең хыялылыр. “Улай ҙа бу­ламы?” - тиерһегеҙ. Була икән шул!
Тик уның өсөн ата-әсә исеменән мәктәп дирек­торына ғариза булырға тейеш. Мәҫәлән, “Минең улым - буласаҡ бөйөк физик. Уға әҙәбиәт дәрес­тәре кәрәкмәй. Беҙ уны өйҙә уҡытыуға күсерергә теләйбеҙ, сөнки...” Бына бында мәктәп директо­рына бик төплө дәлилдәр кәрәк буласаҡ! Әгәр ҙә ата-әсә мәктәп хеҙмәткәрҙәрен баланың ысынлап та киләсәктә Эйнштейн йәки Тесла кеүек арҙаҡлы шәхес буласағына шиге юҡ икән, уны ошо юҫыҡта әҙерләй ала. Үҫмер иһә мәктәп урынына - лабора­ториялар, әҙерләү курстарын һайлай. Бындай уҡыу формаһы - экстернат тип атала. Йәғни ул ситтән тороп уҡыу тигәнде аңлата. Ул теләге булған бөтә уҡыусылар өсөн дә бушлай.
Экстернатта уҡыған бала мәктәптән китаптар алып ҡайта, өйҙә уҡый һәм ярты йыл һайын төр­лө предметтарҙан имтихандар тапшыра. Тапшы­ра алмай икән - ҡәҙимгесә уҡыу программаһына күсерелә.
Ҡайһы бер һәләтле уҡыусылар экстернатта бер уҡыу йылы эсендә 2 йыллыҡ уҡыу программаларын үҙләштерә һәм мәктәпте алдан тамамлап сыға. Был - интенсив экстернат тип атала.
Онлайн-мәктәп
Күҙ алдына килтерегеҙ: үҫмер мәктәбе ябылған, әммә интернет селтәре һәйбәт үҫешкән ауыл­да йәшәй икән, ти. Уға яҡындағы ҙурыраҡауылға йөрөп уҡыуы ауырға төшә, ә интернатта йәшәгеһе килмәй. Нимә эшләргә? Интернет аша белем алыр­ға ҡала!
Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә юғары синыф уҡыусылары репититорҙар менән скайп аша ара­лашып уҡый. Был ысул онлайн мәктәп тип атала. Йәғни улар онлайн белем ала булып сыға. Бындай формат күп түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән, өҫтәмә курстарға йөрөгән, буш ваҡыты ҡалмаған үҫмерҙәр өсөн уңайлы. Уҡыусы өйҙә скайп аша белем ала,
Онлайн мәктәптә уҡыусы үҙен ҡыҙыҡһындыр­ған бер-нисә предметтан ғына уҡый ала, шулай уҡ тулы мәктәп программаһын да үҙләштерә. Һәр уҡыусының кураторы була. Ул үҫмерҙең дәрестәрҙе ҡалдырмауын, өйгә эштәрҙе даими ваҡытында тапшырыуын контролдә тота. Йыш ҡына куратор ролен юғары уҡыу йорто талиптары башҡара.
Дәрестәр вебинар формаһында үтә. Әгәр ҙә уҡыусы берәй теманы аңламаһа, йәки таныша алмаһа, аҙаҡтан дәрестең видеояҙмаһын ҡарай, уҡытыусыға чатта һорауҙар ебәрә ала. Контроль һәм өйгә эштәрҙе лә уҡыусы интернетта эшләп уҡытыусыһына ебәрә. Әлбиттә, үҫмер яуаптарҙы интернеттан күсермәҫкә тейеш, юғиһә алған белем тиҙ арала онотоласаҡ. Белем булмаһа үҫмер нисек итеп юғары уҡыу йортона инер?
Онлайн мәктәптәр кем өсөн ҡулайлы, тиерһегеҙ. Әлбиттә, алда әйтеп үткәнсә, мәктәбе булмаған ауыл балаларына, һәр ваҡыт күсеп йөрөүсе хәрби хеҙмәттәге йәки спортсылар ғаиләһендә үҫкән балаларға тәғәйенләнгән.
Дуҫтар, ә һеҙ ниндәй мәктәпте һайлар инегеҙ: аралашыу мөмкинлеге булған ябай мәктәптеме, әллә өйҙә генә ултырып белем алыуҙы хуп күрер инегеҙме?
Читайте нас: