+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
4 Ғинуар 2020, 12:14

Өфөнән «Михайловка инәйҙәре» Тиматиҙан миллион һум отҡан

Өфө районынан «Михайловка инәйҙәре» музыкаль коллективы Рәсәйҙең рэп-башҡарыусыһы Тиматиҙы хайран ҡалдырған.

Продюсер һәм Black Star лейблы авторы Instagram социаль селтәрендә иғлан иткән конкурсының еңеүсеһен билдәләгән.
Тиматиҙың «Я еду на джипе» хитына ғәҙәти булмаған һәм ҡыҙыҡлы видеояҙманы Михайловка ауылы пенсионерҙары төшөргән. Төп бүләкте – бер миллион һумды тап улар отҡан.
Тимати инәйҙәрҙең аҡсаны нимәгә тотоноуҙары хаҡында роликты күрергә теләүен белдерҙе.
Читайте нас: