Эйе, сығарабыҙ ҙа ташлайбыҙ. Ташламаҫҡа ла була. Тиҙҙән уларҙы эшкәртеүгә тапшырырға мөмкин. Баш ҡалала экология акцияһы башланасаҡ. Уны “Елки в щепки” тип атағандар. Барлығы 26 майҙансыҡта 11, 12, 18 һәм 19 ғинуарҙа Яңы йыл байрамының төп атрибуттарының береһен – шыршыны эшкәртеүгә йыйыуҙы ойошторасаҡтар. Йыйылған ағастар “Горзеленхоз”ға йә ”Кроношпан” заводына ебәреләсәк. Бындай акция былтыр ҙа уҙғарылған, ике көндә 1000 шыршы тапшырылған. Ә 70 мең һатылған булған. Ҡалған 69 меңе ҡайҙа булғандыр инде? Шыршы йыйыу майҙансыҡтары тураһында мәғлүмәтте Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында йә социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә табырға була.